

Был белем усағында электән төплө белем биреү менән бер рәттән балаларҙың һәләттәрен үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүленде. Әлеге ваҡытта унда ниндәй генә түңәрәктәр эшләмәй! Шуларҙың береһе – “Рәми” театр студияһы. Президент Владимир Путин мәктәп театрҙарын булдырырға, улар араһында конкурстар ойошторорға ҡушҡайны. Рәсәйҙә “Мәктәп классикаһы” Бөтә Рәсәй проекты өсөнсө йыл тормошҡа ашырыла.
Ә бына 1-се гимназияла үҙҙәренең “Дебют” мәктәп театры фестивален ойошторғандар. Проекттың етәксеһе – белем усағының директоры Илнур Сәлихов, авторы – режиссёр Әлмира Ҡыуатова, продюсеры – Шәүрә Кейекбирҙина. Беренсегә ойошторолған фестивалдә гимназияға быйыл ғына уҡырға килгән VII синыф уҡыусылары ҡатнашты. Улар ошо белем усағын тамамлаған яҙыусыларҙың әкиәттәрен сәхнәләштерҙе. Ә режиссёрҙары – синыф тәрбиәселәре. Матур сараға әҙерлек, репетициялар көҙҙән башланған. Тырышҡандар. Уҡыу сифатына ла зыян килмәҫкә тейеш бит әле. Хәйер, ваҡытты дөрөҫ бүлһәң, күп нәмәгә өлгөрөп була бит. Ә һөҙөмтә бик шәп! 27 апрелдә фестивалдә етенселәр ижад емештәрен тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Жюри сифатында – тиҫтерҙәр, атай-әсәйҙәр, уҡытыусылар, интернаттың элекке уҡыусылары, йәғни бөгөн сәнғәт өлкәһендә уңышҡа өлгәшкән режиссёр Рөстәм Хәкимов, актёр Артур Кәбиров, “Йөрәк һүҙе” проектынан Наилә Сәфәрғолова, Зилә Дибаева, сәхнәләштергән әкиәт авторҙары Сәрүәр Сурина, Гөлнара Хәлфетдинова һәм башҡалар.
VII “А” синыфы – Рәсимә Ураҡсинаның “Сыңҡылдаҡ себен”, VII “Б” – Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Бынимәү!?”, VII “В” – Сәрүәр Суринаның “Сәйәхәтсе әтәс», VII “Г” Гөлнара Хәлфетдинованың “Шәжәрә урманы» әкиәттәрен күрһәтте. Тағы Дим биҫтәһендәге “Орион» ижад һарайынан “Тамаша” театр коллективы һәм “Рәми” өлгөлө театр студияһы сығыш яһаны.
Һәр спектаклде яратып ҡараныҡ. Сағыу костюмдар, декорация, биҙәлеш – барыһы ла уйланған. Балаларҙың сәхнәлә үҙҙәрен килешле, иркен тотоуы, геройҙарын дөрөҫ интонация менән һөйләштереүе уларҙың театр сәнғәтен үҙ итеүе тураһында һөйләй. Был күмәк ижад синыфташтарҙы берләштергәне, ҡыйыуыраҡ иткәне лә күренә. Шуныһы ла мөһим: бөтә синыф менән ҡатнаштылар, бер бала ла ситтә ҡалмаған.
“Дебют” фестивалендә ҡатнашҡан йәш актёрҙарҙың сығыштарын абруйлы ҡунаҡтар юғары баһаланы.
-Тормош – сәхнә түгел, бөтөнләй икенсе. Ләкин театр күп нәмәгә өйрәтә, күп нәмәне иҫкәртә һәм донъяға тура ҡарап йәшәргә өйрәтә. Шуға күрә үҙемдең интернатыма, уның бөгөнгө уҡыусыларына, уҡытыусыларына, тәрбиәселәренә, һәм, әлбиттә, ошо фестивалде ойошторған Әлмира Шәриф ҡыҙы Ҡыуатоваға бик ҙур рәхмәт, – тине драматург Сәрүәр Сурина.
-Бөгөн – оло байрам. Һәр берегеҙгә оло юл теләп ҡалам. Һәр спектаклде, һәр бер артисты ҡыуанып ҡарап ултырҙыҡ. Сөнки беҙҙе шул тиклем ышандыраһығыҙ. Профессионал артистарға әйткән кеүек әйтәм. Сөнки шул тиклем ихлас уйнайһығыҙ, күҙҙәрегеҙ янып тора, үҙегеҙҙе сәхнәлә тота беләһегеҙ – шуныһы ҡиммәтле. Ошо сәхнәлә театрҙы тергеҙгәнегеҙ, театр сәнғәтен үҫтергәнегеҙ өсөн, Әлмира Шәриф ҡыҙы, һеҙгә рәхмәт. Сөнки сәнғәт яратҡан кеше һәр яҡтан да көслө кеше була, – тине Милли йәштәр театры режиссёры Рөстәм Хәкимов фестивалде йомғаҡлап.
“Дебют” мәктәп театр фестивалендә ҡуйылған спектаклдәрҙең режиссёрҙары, етенселәрҙең синыф етәкселәре Таңһылыу Зәкирйән ҡыҙы Бикмуллина, Фәнилә Райман ҡыҙы Исҡужина, Ләйлә Салауат ҡыҙы Әбилева, Анфиса Нурғәле ҡыҙы Иҫәнғужина Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Киләсәктә фестиваль тағы ла күберәк сәнғәт һөйөүселәрҙе берләштерер.
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.