

Был сара башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм халыҡ йырын башҡарыусылар араһында яңы таланттар асыуға йүнәлтелгән.
Сәхнәгә Сибайҙағы "Ҡурай" балалар баҡсаһының "Йондоҙҙар" төркөмө тәрбиәләнеүсеһе 3 йәшлек Алина Сәғәҙәтова сығып, жюри ағзаларын һәм тамашасыларҙы үҙенең халыҡ йырын башҡарыу оҫталығы һәм сәхнә таланты менән хайран ҡалдырған. Ҡыҙ конкурстың махсус призына лайыҡ булған. Беҙ уны уңыштары менән ихлас ҡотлап, тағы ла ҙурыраҡ ижади еңеүҙәр һәм сағыу, яҡты киләсәк теләйбеҙ! Афарин, Алина!
Сығанаҡ һәм фото: vk.com