+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Йәнбәковтар иҫтәлегенә

Күгәрсен районы Дауыт-Ҡайып ауылының социаль-мәҙәни үҙәгендә ошо ауылда тыуып үҫкән журналистар, шағирҙар бер туған Рәмил һәм Венер Йәнбәковтар иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Ул Венер ағайҙың улы Мараттың дизайны буйынса Рәмил ағайҙың улы Таһир ярҙамы менән эшләнгән.

Йәнбәковтар иҫтәлегенәЙәнбәковтар иҫтәлегенә
Йәнбәковтар иҫтәлегенә

Рәмил һәм Венер Йәнбәковтар балалар матбуғатын үҫтереүгә ҙур өлөш индереүҙәре менән дә билдәле. Күп башҡорт журналистары, элекке йәш хәбәрселәр уларҙы үҙҙәренең остазы тип һанай.

Рәмил Әхмәт улы «Башҡортостан пионеры» («Йәншишмә») гәзите редакцияһында 20 йылға яҡын эшләне. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында V курста уҡып йөрөгән сағында уҡ уны республика балалар гәзитенә саҡыралар. Ябай хәбәрсе булып эш башлаған Рәмил Йәнбәков бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип булды, 1986 йылда баш мөхәррир итеп тәғәйенләнде. Ул 6 йыл «Йәншишмә»не етәкләне.

Рәмил Йәнбәк ижад менән Өфөләге 1-се республика башҡорт интернат-мәктәбендә уҡыған сағында мауыға башлай. Ә БДУ-ға уҡырға ингәс, «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә шөғөлләнә, бер нисә йыл рәттән уның старостаһы ла була. Шағирҙың бер нисә шиғри йыйынтығы баҫылып сыҡты. «Бөркөт саңҡыуы» тигәне Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Уға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән юғары исем бирелде.

Венер Әхмәт улы иһә оҙаҡ йылдар «Пионер» («Аманат») журналында эшләне. Хикәйәләр, шиғырҙар ҙа ижад итә, йыйынтыҡтары китап булып сыҡты.

Дауыт-Ҡайып халҡы тыуған ауылдарын бар донъяға данлаған арҙаҡлы улдарын хөрмәтләп иҫкә ала. Балалар иһә билдәле яҡташтарының ижадын, тормош юлын тағы ла ҡыҙыҡһынып өйрәнер, тип ышанабыҙ.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

Йәнбәковтар иҫтәлегенә
Йәнбәковтар иҫтәлегенә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас