+28 °С
Болотло
VKOKМакс

"Китапхана төнө"нә килегеҙ!

27 майҙа, республикала "Китап- байрам" йәрминкәһе барған көндә, "Китапхана төнө - 2023" акцияһы ла үтәсәк. Ул быйыл "Бергә уҡыйбыҙ" девизы менән ойошторола.

"Китапхана төнө"нә килегеҙ!"Китапхана төнө"нә килегеҙ!
"Китапхана төнө"нә килегеҙ!

"Китапхана төнө - 2023" акцияһын асыу тантанаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың төп корпусы алдындағы майҙансыҡта сәғәт киске 6-ла башлана. Ҡунаҡтар өсөн асыҡ һауала "Үҙеңдең тамырҙарыңды бел" исемле интерактив, "Илһам. Һүҙ. Музыка" тип аталған музыкаль майҙансыҡтар эшләйәсәк, балалар һәм атай-әсәйҙәр өсөн төрлө мауыҡтырғыс уйындар, викториналар, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.

Ә китапхана эсендә "Ҙур тәнәфес" тигән интерактив биләмә булдырыласаҡ, унда иһә ҡунаҡтар уҡыу, белем алыу тураһындағы мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе, йомаҡтарҙы иҫкә төшөрә ала, шулай уҡ интерактив уйындарҙа, викториналарҙа, конкурстарҙа, флешмобтарҙа ҡатнашырға ла була. Театрлаштырылған тамаша ла күрһәтеләсәк. Иң кескәй ҡунаҡтарға "Светлячок" ҡурсаҡ театры әкиәттәр әҙерләгән. "Әкиәттә - ҡунаҡта" майҙансығында башҡорт ағинәйе Альбина Исхаҡованан әкиәттәр тыңлай алаһығыҙ. 

Ҡыҫҡаһы, "Китапхана төнө - 2023" бик шәп үтмәксе. Был саранан һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!

 

Фото: rbsmi.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас