+24 °С
Дождь
VKOKМакс

Беларусь менән берлектә трамвайҙар етештереләсәк

X Рәсәй - Беларусь форумы быйыл 26 - 28 июндә Өфөлә үтәсәк. Был ил менән Башҡортостан араһында ла сауҙа-иҡтисади бәйләнеш үҫешә, нығына. 

Беларусь менән берлектә трамвайҙар етештереләсәкБеларусь менән берлектә трамвайҙар етештереләсәк
Беларусь менән берлектә трамвайҙар етештереләсәк

Мәҫәлән, Өфөлә Беларусь менән берлектә трамвай етештереү буйынса предприятие асыу тураһында ҡарарҙы ошо форум барышында ҡабул итергә планлаштыралар. Башҡортостандың транспорт һәм юл транспорты министры Александр Клебанов белдереүенсә, берлектәге предприятие Өфө транспорт инфраструктураһы идаралығының трамвай депоһы менән бергә урынлашҡан майҙансығында эшләй башлаясаҡ. 

Шулай итеп, Өфөлә яңы трамвайҙар йөрөүен көтәбеҙ, дуҫтар.

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас