

Марафон менән бәйле иртәнге 9.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем юлдар ябыласаҡ. Йәмәғәт транспортының йөрөү маршруты үҙгәрәсәк.
Өфөлә марафонда ҡатнашыусылар "Башкирия" лафстайл үҙәгендә йыйыла (Менделеев урамы, 205А). Балалар араһында ла иң шәп йүгереүсене билдәләйәсәктәр. Ә 4,2 километрға старт 12.00 сәғәттә бирелә.
"Йәшел марафон"да ҡатнашыу өсөн 14 майға тиклем теркәлергә кәрәк ине. Әммә кем сараның сайтында яҙылып өлгөрмәгән, марафон үткән көндө лә теләгән дистанцияға йүгерергә теркәлергә мөмкин, тип хәбәр итә ойоштороусылар. Медицина белешмәһе булыуы мотлаҡ.
Фото: ufacity.