

Хеҙмәт кодексына ярашлы, 12 июнь — Рәсәй көнө байрам булып иҫәпләнә. 28 июнь — Ҡорбан байрамы, быйыл ул шаршамбыға тап килә, шулай уҡ республика Хөкүмәте ҡарары менән байрам көнө тип иғлан ителде. Тимәк, шишәмбе, 27 июндә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
-Шулай итеп, Башҡортостанда 2023 йылдың 10, 11, 12 һәм 28 июне ял көндәре булып тора, — тип белдерҙеләр республиканың Хеҙмәт министрлығында.
Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru