+28 °С
Болотло
VKOKМакс

"Һуңғы ҡыңғырау" байрамында 4 мең 500 уҡыусы вальс бейене

2020 йылда республикабыҙҙа 19 мең ҡыҙ һәм егет XI синыфты тамамлаһа, быйыл уларҙың һаны - 15 меңдән ашыу. Бөгөн йәштәр тормошонда иң иҫтәлекле көндәрҙең береһе: ҡыңғырау сыңы дәрескә түгел, ә ҙур тормош юлына саҡыра.

Өфөлә 115 белем усағынан 4,5 мең ҡыҙ һәм егет ун беренсене тамамлай. Улар өсөн "Торатау" конгресс-холы артындағы амфитеатрҙа "Һуңғы ҡыңғырау" байрамы уҙҙы. Йәштәрҙе Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Радмир Мәүлиев тәбрикләне. Сығарылыш синыфы уҡыусыларының бергәләп вальс бейеүен уларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылары һәм башҡалар ҡараны. 

Алда - һынауҙар. Уларҙы уңышлы тапшырып, теләгән уҡыу йортона инеп, үҙҙәренә оҡшаған һөнәргә эйә булыуҙарын теләйек.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас