+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Конкурстар ҙа ойошторола

26-28 майҙа Өфөлә беренсе тапҡыр "Китап- байрам" халыҡ-ара китап йәрминкәһе була. Унда Рәсәй төбәктәренән, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандан 140-тан ашыу нәшриәт, китап магазины ҡатнашасаҡ. 

Конкурстар ҙа ойошторолаКонкурстар ҙа ойошторола
Конкурстар ҙа ойошторола

Китап байрамында Башҡортостан Башлығы призына "Урал батыр ерендә йыл китабы", "Тыуған ер тарихы - шиғырҙарҙа" шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе, башлап яҙыусыларҙың республика әҙәби конкурстары ойоштороласаҡ. 

Оҫталыҡ дәрестәре, театрлаштырылған тамашалар, уйындар үткәреләсәк. Бүтән төрлө саралар ҙа ҡаралған. Ҡыҫҡаһы, Өфө был көндәрҙә ҙур әҙәби һәм мәҙәни үҙәккә әйләнәсәк.

Фото: 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас