

Китап байрамында Башҡортостан Башлығы призына "Урал батыр ерендә йыл китабы", "Тыуған ер тарихы - шиғырҙарҙа" шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе, башлап яҙыусыларҙың республика әҙәби конкурстары ойоштороласаҡ.
Оҫталыҡ дәрестәре, театрлаштырылған тамашалар, уйындар үткәреләсәк. Бүтән төрлө саралар ҙа ҡаралған. Ҡыҫҡаһы, Өфө был көндәрҙә ҙур әҙәби һәм мәҙәни үҙәккә әйләнәсәк.
Фото "Бәйләнештә" селтәренән.