+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Патриотик тәрбиә биреү үҙәгенә — Рәсәй Геройы исеме

Башҡортостандың Йәштәргә илһөйәрлек тәрбиәһе биреү һәм хәрби хеҙмәткә тиклемге әҙерлек үҙәгенә Рәсәй Геройы Алмаз Сафиндың исеме бирелде.

Патриотик тәрбиә биреү үҙәгенә — Рәсәй Геройы исемеПатриотик тәрбиә биреү үҙәгенә — Рәсәй Геройы исеме
Патриотик тәрбиә биреү үҙәгенә — Рәсәй Геройы исеме

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Исем биреүгә бәйле саралар учреждение аҡсаһына финанслана.

«Башинформ» Башҡортостандан старшина Алмаз Сафиндың үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ булыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Был Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған.

Әлшәй районында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ 2022 йылдың 30 сентябренән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан. 14 ғинуарҙа Кременная ҡалаһы янында батырҙарса һәләк булған.

Раевка ауылының 2-се мәктәбе лә Рәсәй Геройының исемен йөрөтә, ә «Ватан-Әсә» мемориалы янында Алмаз Сафиндың бюсы ҡуйылған.

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас