

Осрашыуҙа Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Николай Иванов, илдең Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһы президенты Константин Чеченев һәм Беларусь Яҙыусылар союзы рәйесенең беренсе урынбаҫары Елена Стельмах ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы ҡунаҡтарға мәҙәни фестивалдә ҡатнашыуы өсөн рәхмәт әйтте.
Абруйлы ҡунаҡтар китап фестивалендә ҡатнашырға саҡырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Николай Иванов «Китап байрамы» йәрминкәһенең әһәмиәтен юғары баһаланы.
«Был уникаль күргәҙмә — Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре өсөн китапҡа ҡарата мөнәсәбәт формалашыутырыуҙың сағыу миҫалы. Республика етәкселегенә, Башҡортостандың Яҙыусылар союзына ошондай сара ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерәм, — тине ул. — Башҡортостан менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә тырышабыҙ. Яҙыусыларығыҙ менән мөнәсәбәттәрегеҙ ижади аудитория өсөн бик мөһим».
Николай Иванов шулай уҡ республикала Рәсәй Яҙыусылар союзының 2023 йылдың ноябренә билдәләнгән күсмә пленумын үткәреү башланғысы менән сығыш яһаны. Радий Хәбиров ошондай сараны ойоштороу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.
Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru