

Сентябрҙә тәүге тапҡыр Рәсәйҙә етештерелгән балалар уйынсыҡтары индустрияһы һәм балаларҙың өҫтәл уйындары форумын ойошторасаҡтар.
"Беҙ 2023 йылдың көҙөндә Рәсәй Федерацияһында етештерелгән балалар уйынсыҡтары һәм өҫтәл уйындары индустрияһы форумын ойошторорға тигән тәҡдим менән сыҡтыҡ. Партнёр булып сығыш яһаһындар өсөн Рәсәйҙең сәнәғәт министры исеменә хат әҙерләүегеҙҙе һорайым. Бик ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк тема. Унда презентация ла, эшлекле өлөш тә була. Хөкүмәттән балалар уйынсыҡтары сығарған сәнәғәткә ярҙам сараларын әҙерләүҙәрен һорайым. Уйынсыҡтарҙы үҙебеҙҙә етештерергә, уйынсыҡтар аша үҙ идеологиябыҙҙы үткәрергә, илебеҙ, геройҙарыбыҙ хаҡында һөйләргә кәрәк. Быға етди әҙерләнеүегеҙҙе һорайым," - тине Радий Хәбиров.
Бик кәрәкле сара. Балаларыбыҙ үҙебеҙҙә сыҡҡан уйынсыҡтар менән уйнап, улар аша үҙебеҙҙең геройҙарҙан өлгө алып, илһөйәр булып үҫергә тейеш.
Фото: yandex.