

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, тиҙәр. Эйе, бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа уртаға һалып һөйләшәһе, тәжрибә уртаҡлашаһы темалар, өйрәнәһе нәмәләр күп. Шуға ла Рәсәй кимәлендәге абруйлы спикерҙар ҙа саҡырылғайны. Форумда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьёв, шулай уҡ Мәскәүҙән RT телеканалының баш мөхәррире урынбаҫары Анна Белкина, Һанлы үҫеш, бәйләнеш һәм киң коммуникациялар министрлығынан Светлана Дзюбинская һәм башҡалар ҡатнашты.
Йыйындың төп темаһы – “Медианың киләсәге.Аҡылдар өсөн көрәш». Юҡҡа ғына был йүнәлеш алынмаған: әлеге көндә махсус хәрби операция менән бергә көслө мәғлүмәти һуғыш та бара. Интернет аша төрлө мәғлүмәттәр диңгеҙ булып ағыла. Уларҙың дөрөҫ, ысынбарлыҡҡа тап килгәнен генә уҡырға кәрәк. Бында дәүләт матбуғат саралары ярҙамға килә лә инде. Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьёв пленар ултырышта республика матбуғаты тураһында: “Башҡортостандың матбуғат сараларын бүтән төбәктәргә өлгө итеп ҡуйырға мөмкин. Йөҙәрләгән баҫма сыға, милли баҫмалар күп. Көслө журналистар корпусы эшләй. Етәкселек журналистарға ярҙам итә,” – тип белдерҙе һәм Радий Хәбировҡа Рәсәй Журналистар союзының “Һөнәри йәмәғәтселек алдындағы хеҙмәттәре өсөн" тигән почётлы билдәһен тапшырҙы.
Беҙҙә гәзит-журналдар 6 телдә сыға. Ошо йәһәттән, ысынлап та, Рәсәйҙә айырылып торабыҙ. Әлбиттә, бының менән ғорурлана, маҡтана алабыҙ.
-Әле ир-егеттәребеҙ махсус хәрби операцияла ҡатнаша, илебеҙгә ҡаршы мәғлүмәти һуғыш та бара. Журналистар мәғлүмәти фронтта еңергә тейеш, – тине Радий Фәрит улы. – Был – ҡатмарлы мәсьәлә, әммә үтәлерлек, беҙгә әҙерлекле структуралар ҡаршы тора.
Форум буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде.Журналистарҙы дәртләндереү саралары ла иғлан ителде. 1 июлдән дәүләт мәғлүмәт сараларында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы артасаҡ. Ә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның күләме 500 мең һумға еткерелә. Шулай уҡ журалистика буйынса Башҡортостан Башлығының махсус премияһы булдырыласаҡ.