+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Ар ташында - "Хәүефһеҙлек мәктәбе"

Белорет районының "Ар ташы" туристик базаһы биләмәһендә "Хәүефһеҙлек мәктәбе" республика ярышы бара.

Ар ташында - "Хәүефһеҙлек мәктәбе"Ар ташында - "Хәүефһеҙлек мәктәбе"
Ар ташында - "Хәүефһеҙлек мәктәбе"

Унда 13-14 һәм 15-17 йәш төркөмдәрендә бөтәһе 416 бала ҡатнаша,барлығы - 38 команда.

10 төрлө һынауҙы үтәсәктәр. Ҡаршылыҡтар һыҙаты, эҙләү-ҡотҡарыу эштәре, 1 километрға кросс, спорт ориентиры һәм башҡа ярыштар көтә. Сара Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы менән берлектә ойошторолған.

Еңеүсе команда көҙгә Рәсәй ярышында республика намыҫын яҡлаясаҡ. 

Фото: vk.com.

Ар ташында - "Хәүефһеҙлек мәктәбе"
Ар ташында - "Хәүефһеҙлек мәктәбе"
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас