

Әлеге ваҡытта республикала ошо өлкәлә 80-дән артыҡ башҡорт компанияһы эшләй. Улар нигеҙҙә кесе эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Еңел сәнәғәт өсөн күрһәтелгән ярҙам саралары менән файҙаланалар.
Яңыраҡ федераль кимәлдә республикабыҙҙы балалар өсөн тауарҙар етештереүселәр араһында иң-иңдәрҙе билдәләүсе "Алтын айыу балаһы" ("Золотой медвежонок") милли премияһының дипломы менән бүләкләнеләр.
Балалар тауарҙары етештереүсе предприятиеларҙы бергә туплау уларға дәүләт ярҙамы һәм өҫтөнлөктәр алыуға булышасаҡ. "Балалар өсөн тауарҙар етештереү - ул бизнес ҡына түгел, ә беренсе сиратта уларҙы рухи, эстетик, илһөйәрлек яғынан тәрбиәләү.Беҙҙең төп бурыс - республика етештереүселәренә сифатлы, хәүефһеҙ тауарҙар сығарырға ярҙам итеү", - ти был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: https://ooo-mpp.ru/factory/