

Уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр ике ай дауамында хәрбиҙәр өсөн иң кәрәкле әйберҙәрҙе йыйҙы. Дөйөм алғанда, 43 ҡап булған. Уларҙа - сәй, кофе, тәм-том, бал, ит һәм балыҡ консервалары, йылы кейемдәр, таҫтамалдар, дарыуҙар...
Әлбиттә, уҡыусылар үҙ ҡулдары менән яһаған талисмандарҙы, һалдаттарға ихлас күңелдән яҙған хаттарын да һалған.
Гуманитар ярҙам Берҙәм логистик үҙәккә тапшырылған. Тиҙҙән гимназистарҙың посылкалары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға барып етер һәм уларҙың күңелдәрен йылытыр.