+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Эстонияла Салауат Юлаевты иҫкә алдылар

Йыл һайын 16 июндә милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөн билдәләйбеҙ. Һуңғы төйәге - Эстонияның Палдиски ҡалаһында ла уны онотмайҙар.

Эстонияла Салауат Юлаевты иҫкә алдыларЭстонияла Салауат Юлаевты иҫкә алдылар
Эстонияла Салауат Юлаевты иҫкә алдылар

Рогервик ҡәлғәһендә Салауат Юлаев һәм атаһы Юлай Аҙналин ғүмерҙәренең һуңғы йылдарын үткәрә.  

   - Палдиски - һәр башҡорт өсөн изге урын. Быйыл да бер нисә машина менән килдек. Тәүҙә ғәҙәт буйынса сәскәләр ултырттыҡ. Әйтергә кәрәк, ҡала хакимиәте Салауат Юлаев бюсы урынлашҡан паркты тәртиптә тота. Нисәмә йылдар буйы Салауат Юлаевтың тыуған көнөн билдәләү йолаға әүерелде. Сығышы менән Ишембай районынан булған Хәйҙәр Фәйзуллин батыр рухына бағышлап Ҡөрьән сүрәләрен уҡыны, - тип белдергән "Башинформ" агентлығына Эстонияла йәшәгән яҡташыбыҙ, яҙыусы Дина Гаврилова. 

Сарала "Ағиҙел" башҡорт мәҙәни ойошмаһы рәйесе Флүзә Хәйруллина сығыш яһаған. Ул Илнур Хәйруллиндың ҡурай моңо аҫтында тележурналист, шағирә Гөлдәриә Йосопованың "Палдиски ҡалаһындағы һәйкәл" шиғырын да уҡыған. Шулай уҡ Лариса Абдуллинаның Салауатҡа арналған шиғырҙарын мари мәҙәни ойошмаһы етәксеһе Людмила Ямурзина яңғыратҡан.

Һуңынан делегация ағзалары батыр Тыуған илен һағынып, диңгеҙ буйына барып йырлаған ерҙәрҙән үткән. Киләһе йылда Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуҙы билдәләү буйынса пландар төҙөгәндәр.  

Фото: bashinform.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас