+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Рамазан Биккинин Мәскәүҙә йырлай

11-18 июндә Мәскәүҙә "Йәштәр ижады" ("Творчество юных") фестивале үтә. Унда Башҡортостан намыҫын Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һәләтле йәш йырсы Рамазан Биккинин яҡлай.

Рамазан Биккинин Мәскәүҙә йырлайРамазан Биккинин Мәскәүҙә йырлай
Рамазан Биккинин Мәскәүҙә йырлай

Фестивалде Рәсәй һәм Беларусь Республикаһы берлектә ойоштора. 

Ситтән тороп үткәрелгән һайлап алыу турында 2 мең 500 бала ҡатнашҡан. Пелагея, Надежда Бабкина, Дмитрий Маликов и Александр Олешко кеүек йырсыларҙан торған баһалама комиссияһы 200 иң һәләтле баланы һәм коллективты һайлап алған.

Фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн көн һайын танылған шәхестәр, йырсылар менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, бүтән саралар үтә. Рамазан 12 июнь - Рәсәй көнөндә өс концертта йырлаған. 

Иртәгә Еңеү музейында Гала-концерт һәм лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы үтәсәк. 

Тағы бер ҡыуаныслы яңылыҡ:  Еңеү музейының "Иң мөһим балалар йырҙары" ижади проекты буйынса Рамазан Биккининдың "Не забывайте" тигән йырының клибы сыҡҡан. Уны һеҙгә лә ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас