+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Шайморатов исемендәге мәктәпкә дәреслектәр тапшырылған

Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиленең урынбаҫары Илдар Бикбаев менән Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта Башҡортостан Студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһының башҡарма директоры Илшат Рәхмәтуллин Луганск Халыҡ Республикаһының Петровск ҡалаһындағы генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәпкә Рәсәй мәғарифы стандарттарына тура килгән заманса дәреслектәр алып барып тапшырған.

Шайморатов исемендәге мәктәпкә дәреслектәр тапшырылғанШайморатов исемендәге мәктәпкә дәреслектәр тапшырылған
Шайморатов исемендәге мәктәпкә дәреслектәр тапшырылған
Әйткәндәй, мәктәп 2016 йылдан данлыҡлы яҡташыбыҙ исемен йөрөтә. Был белем усағында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы бар, легендар командир, генерал-майор Шайморатовҡа арналған айырым мөйөш булдырылған. Шуныһы мөһим: музей 1945 йылда уҡ ойошторолған.
Тыуған ерҙәрен дошмандан азат иткәндә һәләк булған яугирҙарҙы онотмайҙар. 77 йыл элек, 1943 йылдың 23 февралендә, ошо ерҙә һәләк булған яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә арнап быйыл да митинг үткәргәндәр. Унда «Башҡортостан Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов етәкселегендәге делегация ла ҡатнашҡан.
 Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы, 2009 йылда Петровск ҡалаһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары иҫтәлегенә сквер һәм таҡтаташ асҡандар. Батыр атлыларыбыҙ иҫтәлеген Луганск ерендә бына шулай һаҡлайҙар. «Башҡорт халҡына рәхмәтлебеҙ», – тиҙәр.
Шайморатов исемендәге мәктәпкә дәреслектәр тапшырылған
Шайморатов исемендәге мәктәпкә дәреслектәр тапшырылған
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас