

Улар тәүҙә Дәүләкән районы Калиновка ауылы янындағы космонавт-һынаусы Урал Солтанов исемендәге халыҡ-ара аэрокосмик мәктәптә сменала булды. Шунан Өфөгә килеп, ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт иттеләр.
Ростов ҡыҙҙары Башҡортостан Республикаһы Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Алексей Дербеко, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева менән осрашыуҙа ла ҡатнашты. Унда Өфөләге 128-се мәктәптән йәш шайморатовсылар ҙа килде.
Әйткәндәй, Обливская станицаһы биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында бик күп яҡташтарыбыҙ һәләк булған. 112-се Башҡорт атлы кавалерия яугирҙарының исемдәрен асыҡлау дауам итә. Ундағы халыҡ та батыр яҡташтарыбыҙ тураһында тарихты һаҡлай, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләй. Бының өсөн Солонецк мәктәбе коллективына Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.
https://kurultai.ru/ba/content/3936-bolshoe-puteshestvie-dlya-rostovskih-detej/.