Мыяуҡайҙарҙы теләгән һәр кем ашата ала. Урамдағы һауыттарына аҙыҡты һалырға ғына кәрәк.
Әйткәндәй, Калининград өлкәһендәге Зеленоградск ҡалаһы бесәйҙәр ҡалаһы булараҡ билдәле. Уларҙың һүрәттәре, скульптуралары һәр мөйөштә тиерлек осрай.
Зеленоградск ҡалаһында Бесәй музейы ла бар. Улай ғынамы һуң: ҡала хакимиәте хатта бесәйҙәр өсөн шеф вазифаһын булдырған. Ул бесәйҙәрҙең туҡланыуын, һаулыҡтарын ҡайғырта. Хужаһыҙ мыяуҡайҙарҙы туристар ҙа ашата ала. Бының өсөн аҙыҡ һатыла торған махсус автоматтар ҡуйылған.