

Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо төбәктә эш сәфәре менән булғанда хәбәр итте.
Лагерҙа уҡыусылар өсөн сменалар һаҡланасаҡ. Уның биләмәһендә ҡаршылыҡтар һыҙаты, ГТО тапшырыу өсөн майҙансыҡ, заманса спорт биләмәһе булдырыла. Капиталь төҙөкләндерелгәндән һуң филиалда республиканың төньяҡ-көнсығышы райондарының Х синыф уҡыусылары һәм колледж студенттары хәрби-патриотик әҙерлек үтә аласаҡ.
Фото: glavarb.ru.