

Был турала Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Программала өсөнсө балалары 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған ғаиләләр ҡатнаша ала. Түләү балаларҙы уллыҡҡа алған ғаиләләргә лә ҡағыла.
450 мең һум менән йорт һалыу өсөн ер алған кредитты ла ҡапларға мөмкин. Түләүҙе алыр өсөн банкка туранан-тура ғариза һәм документтар менән мөрәжәғәт итергә йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирелгән форманы тултырырға кәрәк. Банктың өҫтәмә документтар һорауы ла ихтимал.
2023 йылда программа буйынса федераль ҡаҙнанан 60 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Күп өлөшө тотонолған да инде.
Әйткәндәй, Хөкүмәт яңыраҡ тағы 15 миллиард һум бүлергә ҡарар иткән, тимәк, тағы 33 ғаилә аҡсалата ярҙам аласаҡ, тигән һүҙ.
Фото: yandex.