+22 °С
Ясно
VKOKМакс

Дүрт уҡыусы "Артек"ка барасаҡ

"Уҡыусының сәләмәт туҡланыуы" Бөтә Рәсәй акцияһының "Лидер булырға ваҡыт" конкурсы еңеүселәренең исемлеге билдәле булды.

Дүрт уҡыусы "Артек"ка барасаҡДүрт уҡыусы "Артек"ка барасаҡ
Дүрт уҡыусы "Артек"ка барасаҡ

Улар барыһы ла "Артек"ка юллама менән бүләкләнә.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы федераль этапҡа иң яҡшылары тип табылған 21 эште ебәргән, дүрт уҡыусының эше еңеп сыҡҡан. Шулай итеп, Дүртөйлө районы Исмаил мәктәбенең VIII синыфынан Алина Г., ошо уҡ белем усағының X синыфынан Аделина К., Өфөләге 97-се мәктәптең IX синыфынан Карина С., Өфө районы Чесноковкалағы А.М.Горчилин исемендәге мәктәптең X синыф уҡыусыһы Арина Д. 1 сентябрҙән 21-енә тиклем Ҡара диңгеҙ буйында "Артек"та ял итәсәк. 

Бына бит халыҡ-ара балалар ял үҙәгенә барыу мөмкинлектәре күп, бары тик үҙеңә тырышырға, әүҙем булырға, төрлө конкурс, акцияларҙа ҡатнашып еңеү яуларға кәрәк.

Фото: vk.com.  

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас