

Дим буйы йыр-моңдан гөрләп торҙо. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны, шағирә үҙе йәштәрҙе көнләштерерлек итеп өҙә баҫып бейеп барыһын да хайран ҡалдырҙы. Район һәм ауыл хакимиәте вәкилдәре, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, уның урынбаҫарҙары Искәндәр Хәсәнов, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәре, шағирә Гөлнур Ҡыуатова юбилярҙы ихлас ҡотланы. Гөлфиә Юнысова үҙен хөрмәт иткән, күңел йылыһын биреп, ижадҡа, йәшәүгә илһамландырған яҡташтарына хеҙмәт емешен - китаптарын бүләк итте. Тыуған ерен, йәмле Димен, киң күңелле ауылдаштарын данлай Гөлфиә Юнысова үҙенең әҫәрҙәрендә. Шуға ла яҡташтары уны ярата һәм хөрмәт итә.
Т. ДӘҮЛӘТБИРҘИНА.
Фото: https://vk.com.