+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Уларҙы мәктәпкә атайҙары алып бара алмаясаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә муниципалитет башлыҡтарына махсус-хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың I синыфҡа барасаҡ балаларын 1 сентябрҙә мәктәпкә оҙатырға ҡушты.  

Уларҙы мәктәпкә атайҙары алып бара алмаясаҡУларҙы мәктәпкә атайҙары алып бара алмаясаҡ
Уларҙы мәктәпкә атайҙары алып бара алмаясаҡ

Сөнки тормоштарының матур тантанаһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың атайҙары ҡатнаша алмай. Радий Фәрит улы үҙе Азат Бадрановтың ҡыҙын Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһына тантаналы линейкаға оҙататырға ниәтләүен белдерҙе. 

Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, яңы уҡыу йылында республикала махсус-хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 589 улы һәм ҡыҙы уҡырға төшәсәк.

Дөйөм алғанда, 53 мең бала тәүге тапҡыр парта артына ултырасаҡ.

Фото: yandex.ru.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас