+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Балалар өсөн айырым майҙансыҡ эшләйәсәк

"Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивалендә 12 августа балалар өсөн айырым майҙансыҡ эшләйәсәк.

Балалар өсөн айырым майҙансыҡ эшләйәсәк
Балалар өсөн айырым майҙансыҡ эшләйәсәк

"Милли уйындар" тигән урында «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Йәшерәм яулыҡ», «Сүлмәк һуғыу», «Тоҡ кейеп йүгереү» кеүек уйындар ойоштороласаҡ. Шулай уҡ ҡыҙыҡлы спорт ярыштары, "Ҡара юрға" бейеү флешмобы буласаҡ. Ҡатнашыусыларға матур бүләктәр әҙерләнгән. 

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры репертуарынан спектакль дә күрһәтеләсәк.

"Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале Баймаҡ районындағы Граф күле янында 11-13 августа үтәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте https://bashkort-aty.ru/ сайтында табырға мөмкин.

Фото: rcntrb.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: