+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
10 Август 2023, 16:55

Мәктәп баҙары гөрләй

Август. Уҡыусы балалары булған ғаиләләрҙә 1 сентябргә тулы әҙерлек бара.

Мәктәп баҙары гөрләй
Мәктәп баҙары гөрләй

Күп сауҙа үҙәктәрендә мәктәп баҙарҙары эшләй. Бутиктарҙа, магазиндарҙа ла һатып алыусыларҙың мәктәп формаһына, уҡыусылар өсөн кейем-һалымға ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырышалар.

Әйткәндәй, мәктәп формаһына дәүләт стандарты 1992 йылда бөтөрөлгәйне. 2024 йыл аҙағында ул яңынан индереләсәк. Әммә был бөтә уҡыусылар ҙа бер төҫлө, бер фасонлы кейемдә йөрөйәсәк, тигәнде аңлатмай. Маҡсат икенсерәк. Беренсенән, мәктәп формаһы ғәҙәти кейемдән айырылып торорға тейеш. Икенсенән, дәүләт стандартына тура килһен өсөн ниндәй материалдан тегелергә тейешлеген билдәләү. Уҡыусы кейеме 50 проценты тәбиғи материалдан торған тауарҙан булырға тейеш.  Хәйер, атай-әсәйҙәр бөгөн дә балаларына сифатлы кейем-һалым – баланың һаулығына зыян килтермәгән, һауа үткәргән, төҫө уңмаған, өбөрөләнмәгән тауарҙан тегелгәнен алырға тырыша.

Мәктәп баҙарында кейем-һалымдың ниндәй төрө генә юҡ. Блузка, жилет, пинжәк, кардиган, малайҙар күлдәге, ҡыҙҙар өсөн сарафан, күлдәк, салбар... Бына, мәҫәлән, башланғыс синыф малайҙары өсөн костюм. Башта уҡ ғәҙәт буйынса ниндәй тауарҙан тегелгәнен ҡарайым. Ооо, йөн, вискоза, әҙ генә синтетика. Хаҡы 4 мең 500 һум. Ҡиммәтерәк инде, әммә бала йыл буйы,  ә, бәлки, ике йыл буйы көн дә мәктәпкә кейеп йөрөйәсәген иҫәпкә алғанда бер ҙә ҡиммәт күренмәй. Йылы көндәрҙә жилетын ғына кейһә, ҡыштарын – пинжәген ...

Ҡыҙҙар өсөн формалар күп төрлө. Яңы фасонлылар ҙа сыҡҡан икән. Туҡымаһына килгәндә лә һайларлыҡ. Шығырлап торған синтетик материалдан тегелгәне лә осрай. Уларының хаҡы осһоҙораҡ  инде. Дөйөм алғанда, сифатлы ғына күлдәктәрҙең хаҡы – 3 меңдән 4 мең 100 һумға тиклем, ҡиммәтерәктәре лә бар. Аҡ блузкалар 1 мең 800 һумдан башлана. Беҙ Өфөнөң ике сауҙа үҙәгендә ойошторолған мәктәп баҙарын ҡараныҡ. Уҡыусыларҙың үҙ модаһы. Мәктәп формаһын тегеүселәр уларҙың теләген белеп тора.  Ҡыҙҙарҙың киң балаҡлы карго йә палаццо тип аталған салбар кейеп ҡарауына иғтибар иттек. Белем усаҡтарында һыуыҡ көндәрҙә салбар кейергә рөхсәт итәләр бит. Карго-салбарҙың хаҡы – 3 мең 200 һум икән дә.

Ғөмүмән, тауар күп төрлө. Ҡаҙ тәпәйе, ромбик кеүек биҙәкле трикотаждан жилет, шаҡмаҡ итәктәр  бар. Мәктәп өсөн кейемдәрҙә ҡара күк төҫ өҫтөнлөк итә, әлбиттә.  Алъяпҡыс үҙе генә 900 һум тора. Уныһын бүтән магазиндарҙан осһоҙораҡ хаҡҡа ла алырға була. Тағы физкультура дәрестәре өсөн спорт кейеме, кедалар, кроссовки, футболка кәрәк бит әле. Туфли, ботинкалар, колготки, ойоҡбаш, галстук, бантиктар... Биштәр һәм канцелярия тауарҙары, алмаш аяҡ кейеме һалыр өсөн айырым тоҡсай.

- Ҡыҙыбыҙға мәктәп формаһын июлдә үк алып ҡуйҙыҡ. Әлбиттә, сифатына ҡарап һайланыҡ. Хәҙер бит бының өсөн мөмкинлек ҙур, – ти Өфөнән бер танышыбыҙ.

Һәр бала 1 сентябргә үҙенә оҡшаған тегелешле, сифатлы, үҙен иркен тойған мәктәп формаһын кейеп барыр, тип ышанабыҙ. Әйткәндәй, Башҡортостанда күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә мәктәп формаһы алыу өсөн дәүләт ярҙамы ла күрһәтелә. Бының өсөн 1 авгусҡа тиклем мәктәп хакимиәтенә ғариза яҙырға тейеш инеләр.

Йәйге каникулдың ҡалған көндәрен дә файҙалы, күңелле мәшәҡәттәр менән матур итеп үткәрергә яҙһын һеҙгә, дуҫтар!

Автор фотолары.

Мәктәп баҙары гөрләй
Мәктәп баҙары гөрләй
Мәктәп баҙары гөрләй
Мәктәп баҙары гөрләй
Мәктәп баҙары гөрләй
Мәктәп баҙары гөрләй
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: