+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
1 Сентябрь 2023, 15:28

Радий Хәбиров Аселде мәктәпкә оҙатты

1 сентябрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында булды. 

Радий Хәбиров Аселде мәктәпкә оҙатты
Радий Хәбиров Аселде мәктәпкә оҙатты

Белем көнөнә арналған тантанаға шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Өфө ҡала хакимиәте Башлығы Радмир Мәүлиев һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар килгәйне. Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары күтәрелгәс, һүҙ Радий Фәрит улына бирелде. 

- Ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр! Яңы уҡыу йылы башланыу менән һеҙҙе ихлас ҡотлайым. Был көн барыбыҙ өсөн дә үҙенсәлекле. Ә беренселәр өсөн - тормоштарының иң мөһим көнө. Бөгөн Башҡортостанда 54 мең бала беренсе синыфҡа бара. Беҙ уларға яҡшы уҡыуҙарын теләйбеҙ. Бөгөн мин бында республика Башлығы булараҡ ҡына килмәнем. Иптәшем һәм фекерҙәшем Азат Бадрановтың дуҫы булараҡ килдем. Уның ҡыҙы I синыфҡа бара, ә үҙе - махсус хәрби операцияла. 

Ҡәҙерле балалар, иң мөһиме, һеҙгә яҡшы уҡыуығыҙҙы теләйем. Спорт менән шөғөлләнегеҙ. Уҡытыусыларығыҙҙы тыңлағыҙ һәм тормошоғоҙҙа барыһы ла яҡшы буласаҡ, - тине ул сығышында. Гимназистар уға Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" китабын бүләк итте.

Шулай итеп, Радий Хәбиров Асель Бадранованы мәктәпкә оҙатты. Был ҡыҙҙы һеҙ "Тамыр" телеканалы йондоҙо булараҡ яҡшы беләһегеҙ. Тантаналы линейканан һуң республика Башлығы Аселдең әсәһе һәм башҡа атай-әсәйҙәр менән бергә ул уҡыған синыфҡа инде, беренселәргә уҡыуҙарында уңыштар теләне.

Белем көнөнә арналған тантанала уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы шулай уҡ гимназия директоры Флүр Шаһисолтанов та тәбрикләне.Әйткәндәй, быйыл бында V "Г" "шайморатовсылар" синыфы асылды. 

Тәүге ҡыңғырау сыңын XI синыфтан Ғәйсәр Мөхәмәтйәнов менән I синыфтан Асель Бадранова ишеттерҙе. 

Фото: glavarb.

Радий Хәбиров Аселде мәктәпкә оҙатты
Радий Хәбиров Аселде мәктәпкә оҙатты
Радий Хәбиров Аселде мәктәпкә оҙатты
Радий Хәбиров Аселде мәктәпкә оҙатты
Радий Хәбиров Аселде мәктәпкә оҙатты
Радий Хәбиров Аселде мәктәпкә оҙатты
Радий Хәбиров Аселде мәктәпкә оҙатты
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: