+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
6 Сентябрь 2023, 10:05

"Әйҙә уйнарға" фестиваленә килегеҙ. (0+)

14 - 17 сентябрҙә Өфөнөң Совет майҙанында "Әйҙә уйнарға" фестивале үтәсәк. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса Федерация Советы ярҙамы менән ойошторола.  

"Әйҙә уйнарға" фестиваленә килегеҙ. (0+)
"Әйҙә уйнарға" фестиваленә килегеҙ. (0+)

Фестиваль иртәнге сәғәт 10-дан киске 10-ға тиклем эшләйәсәк. Күргәҙмәлә Рәсәй етештереүселәре сығарған уйынсыҡтар менән танышырға, йәнһүрәт геройҙарын күрергә мөмкин буласаҡ. Кистәрен концерттар һәм йәнһүрәттәр көтә. Ә "Балалар һайлауы" интерактив уйынында ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәре уйынсыҡтарҙы, уйындарҙы, уҡыу ҡорамалдарын баһалаясаҡ. 

Өлкәндәр иһә уйын продукцияһы үҫеше буйынса дәүләт программаһын тикшерәсәк. Практик сессиялар, семинарҙар ойоштороласаҡ. 

Был ҙур форум тураһында Радий Хәбиров "Китап" байрамын ябыу тантанаһында хәбәр иткәйне. 

"Беҙ 2023 йылдың көҙөндә Рәсәй Федерацияһында етештерелгән балалар уйынсыҡтары һәм өҫтәл уйындары индустрияһы форумын ойошторорға тигән тәҡдим менән сыҡтыҡ. Партнёр булып сығыш яһаһындар өсөн Рәсәйҙең сәнәғәт министры исеменә хат әҙерләүегеҙҙе һорайым. Бик ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк тема. Унда презентация ла, эшлекле өлөш тә була. Хөкүмәттән балалар уйынсыҡтары сығарған сәнәғәткә ярҙам сараларын әҙерләүҙәрен һорайым. Уйынсыҡтарҙы үҙебеҙҙә етештерергә, уйынсыҡтар аша үҙ идеологиябыҙҙы үткәрергә, илебеҙ, геройҙарыбыҙ хаҡында һөйләргә кәрәк. Быға етди әҙерләнеүегеҙҙе һорайым," - тигәйне Радий Фәрит улы.

Бик кәрәкле сара. Балаларыбыҙ үҙебеҙҙә сыҡҡан уйынсыҡтар менән уйнап, улар аша үҙебеҙҙең геройҙарҙан өлгө алып, илһөйәр булып үҫергә тейеш.

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: