-5 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Өфөгә Ваня Дмитриенко ла киләсәк

Өфөнөң Совет майҙанында 14-17 сентябрҙә үтәсәк "Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй уйын фестиваленә танылған йәш йырсы Ваня Дмитриенко ла киләсәк.

Өфөгә Ваня Дмитриенко ла киләсәк
Өфөгә Ваня Дмитриенко ла киләсәк

Ваня 2005 йылда Красноярск ҡалаһында тыуған. Хәҙер Мәскәүҙә йәшәй. Ул 2021 йылда "Венера-Юпитер" йыры өсөн "Алтын граммофон" премияһына лайыҡ булғайны. Ваня Дмитриенконың исеме был бүләкте алыусы йырсылар араһында иң йәше булараҡ тарихҡа яҙылды. Шулай уҡ быйыл ул Форбс рейтингы исемлегенә инде. 

Йәш танылған артист фестиваль ҡунаҡтары менән 17 сентябрҙә 17.00 сәғәттә осрашасаҡ, дәртле йырҙарын йырлаясаҡ.

Фото: yandex.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас в