+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
7 Сентябрь 2023, 05:51

Кадеттар ысын самолетта осасаҡ

12-14 сентябрҙә "Осоу практикаһы - күк йөҙө ҡыйыуҙар өсөн!" проекты буйынса Первушино аэродромында Өфө кадеттары өсөн авиаквест үтәсәк. Ул Рәсәй граждандар авиацияһының 100 йыллығына арнала.

Кадеттар ысын самолетта осасаҡКадеттар ысын самолетта осасаҡ
Кадеттар ысын самолетта осасаҡ

"Осоу практикаһы - күк йөҙө ҡыйыуҙар өсөн" проектында 14 - 18 йәшлек кадеттар ҡатнаша ала. Тәүге этапта илебеҙ авиацияһы тарихы буйынса викторина, планерҙар йыйыу буйынса оҫталыҡ дәресе кеүек саралар буласаҡ. 16 - 30 сентябрҙә еңеүсе командалар һәм үҙҙәрен иң-иңдәре итеп танытҡандар Сessna 172 самолетының профессиональ авиатренажерында осоп ҡараясаҡ. Ә октябрҙә пилоттар баһалауы буйынса иң шәп кадеттар пилот-конструкторҙар күҙәтеүе аҫтында ысын самолетта 40 минут осасаҡ. 

Һорауҙар буйынса 8-965-659-70-87 телефоны буйынса проект координаторы Олеся Косенкоға шылтыратырға кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт - https://vk.com/wall-56296965_7059 төркөмөндә.

Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Фото: yandex.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас