Былтыр 11 меңдән ашыу бала Башҡортостандың гүзәл төбәктәре менән танышҡайны.
Бик матур проект булып сыҡты "Мәктәп туризмы". Төп йүнәлештәр - 46 үҙенсәлекле туристик маршрут буйынса сәйәхәттә уҡыусылар тыуған республикабыҙҙың иҫтәлекле, тарихи урындары менән таныша. Был иһә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, тыуған еребеҙҙе яҡшыраҡ белеү өсөн дә әһәмиәтле. Һәр экскурсияла оҫталыҡ дәресе үткәрелә.
Уҡыусыларға синыфтары менән алыҫҡа сәйәхәткә барыу, мәктәптән ситтә коллектив менән аралашыу бик оҡшай.
Фото: yandex.