14, 15 сентябрҙә Рәсәйҙең халыҡ артисы Айрат Әхмәтшин менән осрашыу буласаҡ. Ул ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн ҡурсаҡтарҙы йөрөтөү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрәсәк, балаларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирәсәк.
Төрлө йылдарҙа ҡуйылған спектаклдәрҙә ҡатнашҡан ҡурсаҡтар күргәҙмәһе лә ҡунаҡтар өсөн ҡыҙыҡлы булыр.
"Әйҙә уйнарға!" Бөтә Рәсәй фестиваленең программаһы менән https://айдаиграть.дети/ сайтында танышырға мөмкин.
Фото: vk.com.