Ниндәй уйынсыҡ, уйын оҡшай, рәхим ит!
Илебеҙҙә уйынсыҡтарға һәм уйындарға арналған бындай сағыу һәм күләмле байрамдың бығаса булғаны юҡ ине әле. Фестиваль фән, иҡтисад, мәғариф өлкәһендә эшләгән белгестәр, ата-әсәләр өсөн уйын мәҙәниәте, уйынсыҡтарҙың әһәмиәте, балаларҙы тәрбиәләүҙәге роле тураһында фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы буласаҡ. Бында килеүселәр өсөн көн һайын мауыҡтырғыс осрашыуҙар, спектаклдәр, йәнһүрәттәр, концерттар ҙа ойоштороласаҡ.
Әйҙә уйнарға, дуҫтар, смартфондарығыҙҙа соҡоноуҙы бер аҙға булһа ла онотоп тороғоҙ.
АВТОР фотолары.