Баш ҡалабыҙға илебеҙ төбәктәренән ниндәй генә уйынсыҡтар килтерелмәгән!? Бында 17 сентябргә тиклем көн һайын иртәнге сәғәт 10-дан төрлө йүнәлештәге уйын майҙансыҡтары эшләй. Ниндәй уйынсыҡ, уйын оҡшай, рәхим ит! Уларҙы магазиндағынан осһоҙораҡ хаҡҡа һатып алырға ла мөмкин.
Илебеҙҙә уйынсыҡтарға һәм уйындарға арналған бындай сағыу һәм күләмле байрамдың бығаса булғаны юҡ ине әле. Фестиваль фән, иҡтисад, мәғариф өлкәһендә эшләгән белгестәр, ата-әсәләр өсөн уйын мәҙәниәте, уйынсыҡтарҙың әһәмиәте, балаларҙы тәрбиәләүҙәге роле тураһында фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы буласаҡ. Бында килеүселәр өсөн көн һайын мауыҡтырғыс осрашыуҙар, спектаклдәр, йәнһүрәттәр, концерттар ҙа ойошторола.
Әйҙә уйнарға, дуҫтар, смартфондарығыҙҙа соҡоноуҙы бер аҙға булһа ла онотоп тороғоҙ.
Фестивалдең программаһын ошонда ҡарарға мөмкин.
Э.ӘСӘҘУЛЛИНА фотоһы һәм видеоһы.