+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
18 Сентябрь 2023, 10:44

"Әйҙә уйнарға!" йыл һайын үтәсәк

Кисә "Әйҙә уйнарға!" I Бөтә Рәсәй уйын фестивале тамамланды. 

"Әйҙә уйнарға!" йыл һайын үтәсәк
"Әйҙә уйнарға!" йыл һайын үтәсәк

Дүрт көн барған сараны ябыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Федерация советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһы президенты Антонина Цицулина ҡатнашты. Дүрт көн буйы барған фестивалдә илебеҙ төбәктәренән 140-тан ашыу балалар тауарҙары етештереүсе ҡатнашты.

- Был байрам килеп сыҡты, тип уйлайым. Беҙ балаларға уйынсыҡтарҙың ниндәй төрҙәре барлығын күрһәтергә тырыштыҡ. Әлбиттә, балаларҙың тәрбиәләүсе һәм изге күңеллелеккә өйрәтеүсе яҡшы уйынсыҡтары булыуы өсөн тырышабыҙ, - тип фестивалдең мөһимлеген билдәләне Радий Хәбиров, - киләһе йылдың сентябрендә һеҙҙе "Әйҙә уйнарға!" икенсе Бөтә Рәсәй фестиваленә саҡырам!

- Республика етәкселегенә фестивалде үткәрергә тәҡдим иткәне өсөн ҙур рәхмәт. Балаларҙы һәм өлкәндәрҙе берләштереүсе бик матур сара уҙҙы. Балаларыбыҙға бәхетле бала саҡ, уларҙың иң изге, матур, аҡыллы уйынсыҡтары булыуын теләйем, - тине Лилиә Салауат ҡыҙы.

Фото: glavarb.

"Әйҙә уйнарға!" йыл һайын үтәсәк
"Әйҙә уйнарға!" йыл һайын үтәсәк
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: