

Ҡаланың ғаиләләргә һәм балаларға дуҫлығы алты йүнәлеш буйынса билдәләнә: һаулыҡ, балалар хәүефһеҙлеге, балалыҡты һаҡлау, мәғариф, ҡала мөхите, ял һәм мәҙәниәт. Быйыл Ағиҙел ҡалаһы "Ғаиләләргә һәм балаларға дуҫ ҡала" статусына эйә булды. Былтыр Яңауыл ҡалаһы ине.
Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте етәксеһе Денис Ирназаровҡа брендлы бүләкте тапшырҙы.
Фото: vk.com/agidel.