

Һөнәри ҡаҙаныштары өсөн 61 хеҙмәткәр орден, миҙал, исемдәр, Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары алды. Шулай уҡ Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендә 2023 йылғы дәүләт премиялары лауреаттары, "Башҡортостандың хеҙмәт династиялары" конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары бүләкләнде.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Гөлфиә Юнысова (Иҙелбаева) әҫәрҙәре донъяның 25 теленә тәржемә ителгән, уның шиғырҙарына 500-ҙән ашыу йыр яҙылған. Китаптары сит илдәрҙә лә баҫылған. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙына Салауат ордены тапшырылды.
Ә матбуғат өлкәһендә оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгән, хәҙер Милли әҙәбиәт музейын директоры Миләүшә Ҡаһарманова (Хабилова) Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Фото: glavarb.