

Бүләкләнеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тәбрикләне. Шулай итеп, 2021 һәм 2022 йылдарҙағы эшмәкәрлектәре өсөн шағирә Кристина Андриянова, рәссамдар Лиана Мкртчян һәм Резеда Таһирова, ҡурайсы, өзләүсе Илнур Хәйруллин Шәйехзада Бабич премияһына лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!
Фото: БР Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.