

1993 йылдың 12 октябрендә республикабыҙҙың дәүләт гимны һәм дәүләт гербы тураһында ҡанундар ҡабул ителгәйне. Гимндың көйөн композитор һәм дирижёр, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Иҙрисов яҙған. Бығаса тантаналарҙа гимныбыҙ уның етәкселегендәге Өфө юғары авиация хәрби осоусылар училищеһының хәрби-тынлы оркестры яҙмаһында яңғырай ине. Бынан һуң Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры башҡарыуында яңғыраясаҡ.
Башҡортостан дәүләт оркестрының генераль директоры Артур Нәзиуллин белдереүенсә, гимндың яңы яҙмаһы республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яҙҙырылған. Был - коллектив өсөн ҙур мәҙәни ваҡиға. Ысынлап та, ваҡыт үтеү менән ижади коллективтар ҙа үҫешә, яңы технологиялар барлыҡҡа килә. "Республика өсөн дәүләт гимнының яңы сифатлы яҙмаһы булдырылыуына бик шатбыҙ", - ти Артур Нәзиуллин.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.