+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
12 Октябрь 2023, 06:05

"Победа" кинотеатры Йәш тамашасы театрына әйләнәсәк

Өфөнөң Беренсе май урамында урынлашҡан "Победа" кинотеатры 1949 йылда төҙөлгән һәм Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттары иҫәбенә инә. 

"Победа" кинотеатры Йәш тамашасы театрына әйләнәсәк"Победа" кинотеатры Йәш тамашасы театрына әйләнәсәк
"Победа" кинотеатры Йәш тамашасы театрына әйләнәсәк

Ул 2017 йылда ябылғайны. Әле уны капиталь төҙөкләндереү тураһында һүҙ бара. "Победа" 400 урынлыҡ тамаша залы, заманса сәхнәһе, гримёрҙар бүлмәләре, репетиция-хореография залы, артистар өсөн бүлмәләре, буфеты булған йәш тамашасы театрына әйләнәсәк. Бик хуп! Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса белем усаҡтарында театр студиялары асыла. Илдә "Мәктәп классикаһы" Бөтә Рәсәй проекты тормошҡа ашырыла һәм коллективтар араһында конкурстар үткәрелә. 2024 йылда барлыҡ мәктәптәрҙә лә театр студиялары булдырыу ҡаралған. 

Фото: yandex. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас