

Программа бик бай булыр тип көтөлә. Ҡатнашыусылар башҡорт милли ризығы – бауырһаҡ әҙерләйәсәк. Аш-һыу күргәҙмәһе эшләй, ти ойоштороусылар. Теләгәндәр оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыр. Әлбиттә, район фольклор коллективтары сағыу концерт та күрһәтә. Аҙаҡтан еңеүселәр (I, II, III урын, Гран-при) билдәләнәсәк.