+24 °С
Дождь
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
23 Октября 2023, 10:53

Ҙур этнографик диктант

Быйылғы Ҙур этнографик диктант яҙыу буйынса акция 3 - 8 ноябрҙә үтәсәк. 

Ҙур этнографик диктантҘур этнографик диктант
Ҙур этнографик диктант

Девизы - "Халыҡтар күп - илебеҙ берәү!" 

Диктантты урыҫ, инглиз, испан телдәрендә яҙырға мөмкин. https://miretno.ru/#regional сайтында теркәлеп, онлайн рәүештә һорауҙарға яуап бирергә кәрәк. Әйткәндәй, уларҙың 20-һе - Рәсәй буйынса, ҡалған 10-ы - һәр төбәк өсөн айырым. 

Диктант өсөн 45 минут ваҡыт бирелә. Тест һорауҙарына яуап биреп бөтөү менән һөҙөмтәң күрһәтелгән электрон сертификат эшләнә. Бығаса халыҡтарҙы берләштерә торған был мәғрифәт акцияһында ҡатнашыусылар бик күп була торғайны, республикабыҙ быйыл да әүҙемлек күрһәтер, тип ышанабыҙ. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас