+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
25 Октябрь 2023, 05:28

Мәктәп театрҙары күбәйә

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында "Ижади лабораториялар" циклынан мәктәп театрҙары етәкселәре өсөн семинар ойошторолдо.

Мәктәп театрҙары күбәйәМәктәп театрҙары күбәйә
Мәктәп театрҙары күбәйә

Сараның маҡсаты - мәктәп театрҙары эшмәкәрлеген әүҙемләштереү. Семинарҙа ҡатнашыусылар өсөн сәхнә теле, актер оҫталығы нигеҙҙәре, сәхнә хәрәкәте, режиссерлыҡ буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Мәктәп театры коллективын ойоштороу буйынса практик курс та уҙҙы. 

Республикала "Мәктәп театры" Бөтә Рәсәй проектын тормошҡа ашырыуҙа был семинарҙың файҙаһы ҙур, әлбиттә. Билдәле булыуынса, үткән уҡыу йылында мәктәп театрҙарының беренсе республика фестивале үтте. Ә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы үҙенең "Дебют" мәктәп театры фестивален ойошторғайны. Балалар бик матур спектаклдәр тәҡдим итте.

Быйыл ҡайһы коллективтар матур сығыштары, һәләтле йәш актерҙары менән һоҡландырыр икән? 

Фото: yanshishma. 

Мәктәп театрҙары күбәйә
Мәктәп театрҙары күбәйә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас