

"Алға" картаһы менән дә, Сбербанк менән дә түләй алмаған. Һөҙөмтәлә водитель ишекте япҡан да артабан юлын дауам иткән. 10 йәшлек бала илап туҡталышта тороп ҡалған. Автобус йөрөтөүсе, әлбиттә, 2021 йылда 16 йәшкә тиклемге балаларҙы теге йәки был сәбәп менән билет ала алмағаны өсөн төшөрөп ҡалдырыу тыйылыуы тураһында ҡанун сыҡҡанлығын яҡшы беләлер.
Водителдең ҡылығы өсөн ул эшләгән ойошма етәксеһе ғаиләнән ғәфү үтенгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларға ҡарата ошондай мөнәсәбәт күрһәтеү илдең төрлө тарафтарында булып тора. "Алға"ла аҡса бөтөүөн һин, эшләп йөрөгән кеше була тороп, һиҙмәй ҡалаһың әле. Был балалар ҙа шундай хәлдә булғандыр, моғайын. Ярай, бер тапҡыр түләмәгән икән, хәйер булһын, тиергә лә төшөрөргә лә ҡалдырырға мөмкин бит. Махсус рәүештә, аҡсаһыҙ картаһы менән билет алырға маташыусылар юҡтыр, булһа ла ундайҙар бик әҙҙер. Кеше ғәҙәттә бер үк маршрут буйынса уҡырға, эшкә йөрөй, водителдәр пассажирҙарҙы танып бөтәлер ул.
Фото: "Башинформ".