+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Ун көн ял итәбеҙ

2024 йылда яңы йыл каникулдары 10 көн була.

Ун көн ял итәбеҙУн көн ял итәбеҙ
Ун көн ял итәбеҙ

 Оҙайлы ялдар 2023 йылдың 30 декабренән башлана һәм 2024 йылдың 8 ғинуарына тиклем дауам итә.

Әйткәндәй, «Башинформ» Рәсәй Хеҙмәт министрлығының киләһе йылда ял һәм байрам көндәрен күсереү тураһында проектын баҫтырып сығарғайны.

Яҙ көнө рәсәйҙәрҙе дүрт көнлөк ике ял осоро көтә: 28 апрель — 1 май һәм 9 — 12 май.

Ватанды һаҡлаусылар көнө (23 — 25 февраль) һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө (8-10 март) уңайынан өсәр көн ял итәбеҙ.

2024 йылда 12 июндә (Рәсәй Көнө) һәм 3-4 ноябрҙә лә (Халыҡтар берҙәмлеге көнө) ял була.

Фото һәм мәғлүмәт bashinformдан алынды.

 

Автор:
Читайте нас