

Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылындағы буш торған өйгә инеп, тәҙрәнән ҡарап ултыралар. Ниндәй замана был: айыуҙар урам буйлап йөрөй, төлкөләр өй эсенә үк ингән... Төлкө өйө боҙҙан булған,
Кешенеке - бүрәнә,
Хужаһыҙ өй затлы һарай
Төҫлө бик шәп күренә.
Хәйләкәр төлкө аңлай шул
Боҙҙоң иреп бөтөрөн,
Оҙаҡ көттө хужаһының
Өйҙө ташлап китерен.
Хужа булғас, эре генә
Ултыра, ана, ҡарап.
Замананың төлкөләре
Өйҙәрҙә йәшәй, харап! Флүрә ЙОМАҒУЖИНА. Фото һәм шиғыр "Бәйләнештә" селтәренән алынды.