

Кисә ул үҙе уҡып сыҡҡан Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһында Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы флагтарын күтәреү тантанаһында булды. Радик Динәхмәтов уҡыусылар менән осрашыуҙа гимназияла уҡыған йылдары, уҡытыусылары тураһында һөйләне. Уның сығышы Тыуған илгә һөйөү менән һуғарылған ине. Был тулҡынландырғыс мәлде гимназистар онотмаҫ.
Фото: education.bashkortostan.